- Башҡорт теле — туған телем методическая разработка по теме
- Скачать:
- Предварительный просмотр:
- Йыр «Ерем-телем» .Песня «Мой родной башкирский язык».
- Оставьте свой комментарий
- Подарочные сертификаты
- Мин башҡорт телен өйрәнәм
- Записи сообщества Поиск Мин башҡорт телен өйрәнәм запись закреплена Мин башҡорт телен өйрәнәм запись закреплена Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы (21 февраль 1905 йыл — 5 декабрь 1954 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, 1935 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан совет яҙыусыларының 1‑се съезы (Өфө, 1934), 1‑се Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы (Мәскәү, 1934) делегаты. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1967, үлгәндән һуң). Сәйәси золом ҡорбаны. Шәхес культы, тоталитар режим осоронда нахаҡҡа хөкөм ителеп, күп йылдар буйы михнәт һәм ғазап сигеп йәшәргә дусар ителеүгә ҡарамаҫтан, үтә ауыр шарттарҙа ул башҡорт әҙәбиәтендә иң яҡшы ҡаҙаныштарыбыҙҙың береһе тип баһаланырҙай аҫыл әҫәр — «Ырғыҙ» романын тамамлай һәм шуның менән ил алдында оло ихтирам яулай. Һәҙиә Дәүләтшина шәхесе һәм таланты башҡорт донъяһында М. Аҡмулла, Ш. Бабич, Мөхәммәтша Буранғолов һымаҡ фажиғәле яҙмышҡа дусар ителгән бөйөк әҙиптәр һәм бөйөк шәхестәр менән бер рәттә тора. Һәҙиә Дәүләтшинаның киң билдәле әҫәрҙәре: «Ырғыҙ» (1942—1952 йй.), «Айбикә» (1930), «Башаҡтар тулҡыны» (1932), «Ялҡынлы йылдар», «Һырға һабағы» (1935), «Мораҙым» . #14 декабрь-Башкорт теле көнө #Мин башҡорт телендә һөйләшәм Мин башҡорт телен өйрәнәм запись закреплена Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева 1908 йылдың 2 ғинуарында Ырымбур губернаһының Ырымбур өйәҙе[1] Туйөмбәт ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ата-әсәһенән бик йәшләй етем ҡала. Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлай. 1929—1931 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй. Показать полностью. Уҡытыусылар квалификацияһын күтәреү курстарын тамамлағас (1931) — Башҡортостан китап нәшриәтенең һәм «Пионер» журналының мөхәррире. Был журналда уның беренсе хикәйәһе баҫылып сыға. «Партизан малай» исемле беренсе китабы 1942 йылда баҫыла. 1941 йылдан КПСС, 1949 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1951 йылдан алып профессиональ яҙыусы. 1996 йылдың 24 авгусында Өфө ҡалаһында вафат була. Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре: Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт Грамотаһы. өс «Почёт Билдәһе» ордены. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (1990). #14 декабрь-Башкорт теле көнө #Мин башҡорт телендә һөйләшәм Мин башҡорт телен өйрәнәм запись закреплена Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы Вәлиди — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте лидеры, Башҡортостан дәүләтселегенә нигеҙ һалыусы. 1890 йылдың 10 декабрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай район) Көҙән ауылында тыуған. Тәүҙә атаһы Әхмәтшаһ мулла ҡулында, 1902 йылдан Үтәк ауылында олатаһы (әсәһенең ағаһы) Хәбибназар Үтәкиҙең мәҙрәсәһендә белем ала. Показать полностью. 1908 йылда Ҡаҙанға барып «Ҡасимиә» мәҙрәсәһенә инә. Бер үк ваҡытта, 1909 йылдан мәҙрәсәлә шәкерттәргә төрки тарихы һәм ғәрәп әҙәбиәте буйынса һабаҡ бирә. 1910 йылдан Ҡаҙан университетында тарих һәм тел буйынса лекцияларға йөрөй. 1912 йылда «Ҡасимиә»не тамамлау менән бер рәттән, «Төрк үә татар тарихы» тигән китабын баҫтырып сыға. Әхмәтзәки Вәлиди 1890 йылдың 10 декабрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Илсек-Тимер улусының, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Көҙән ауылында тыуған. Әхмәтзәки сығышы менән дин эшмәкәрҙәре Вәлидовтар — Суҡлыҡай ырыуы башҡорттары нәҫеленән була. Әхмәтзәки Вәлиди үҙе иҫкә алғандарҙан билдәле иң элекке ата-бабалары Иштуған булған[1]. Башҡортостан Республикаһының Үҙәк дәүләт тарихи архивында һаҡланған мәғлүммәттәр буйынса, беҙгә уның ҡарт-ҡарт-ҡартатаһының Тайып Иштуған (1750—1837) һәм ҡарт-ҡарт-өләсәһе Гөләндән Мортазина булыуы билдәле, улар икеһе лә типтәр ҡаталамынан сыҡҡандар тип яҙылған. Тайыптың өс улы булыуы билдәле — Әйүп, Хәлит һәм Вәлит (Әхмәтзәкинең ҡарт-ҡартатаһы). Вәлиттең өс ҡатыны һәм ун бер улы булыуы билдәле, улар араһында Әхмәтзәкинең ҡартатаһы — Әхмәтйән дә була. #14 декабрь-Башкорт теле көнө #Мин башҡорт телендә һөйләшәм Мин башҡорт телен өйрәнәм запись закреплена Аҡмулла (ысын исеме — Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы; 14 декабрь[1] 1831 йыл — 8 октябрь[1] 1895 йыл) — күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе. Башҡорт шиғриәтенә тос өлөш индергән, милләттең XIX быуаттағы иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы тип һанала. Аҡмулла башҡорт теле үҫешендә ҙур роль уйнай, уның ижады ҡаҙаҡ һәм татар әҙәбиәттәре үҫешенә әһәмиәтле йоғонто яһай, уның исеме төркмәндәр, ҡарағалпаҡтар һәм башҡа төрки халыҡтарҙа киң билдәле була. Показать полностью. Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы 1831 йылдың 14 декабрендә[1] Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе 12-се Башҡорт кантоны Күл-Иле-Мең улусының (хәҙерге Башҡортостандың Миәкә районының) Туҡһанбай ауылында хәлле ғаиләлә тыуа. Архив мәғлүмәттәре буйынса, атаһы Камалетдин Ишҡужа улы (1805—1869) һәм әсәһе Бибиөмөгөл[4] Сәлимйән ҡыҙы (1809—?) Күл‑Иле‑Мең улусының аҫаба башҡорттары була. 1843 йылда Мифтахетдиндың ҡартатаһы — указлы имам Ишҡужа Ишбулды улы вафат булғас, уның вазифаһын өлкән улы Камалетдин башҡара башлай[5]. Ғилми әҙәбиттәге әсәһе Бибиөмөгөлдең бик иртә үлеүе (йә булмаһа икенсе иргә китеүе) һәм буласаҡ шағирҙың үҙ сиратында етем ҡалыуы тураһындағы раҫлауҙар дөрөҫ түгел, сөнки архив документтары буйынса Мифтахетдинға 19 йәш сағында әсәһе Бибиөмөгөл иҫән булған, әммә 1859 йылғы X ревизияла уның әсәһе күрһәтелмәгән[5]. Тыуған ауылында башланғыс белем ала, күрше Мәнәүезтамаҡ һәм Әнәс ауылдарына йөрөп мәҙрәсәләрендә уҡый[6]. 1850 йылдың 1 февраленән 30 июнгә тиклем төрмәлә ултырған. Уның төрмәгә ябылыу сәбәбен әлегә аныҡ белеү мөмкин түгел. Тарихсы Ә. З. Әсфәндиәров фаразлауы буйынса, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда башҡорттар хәрби хеҙмәткә алынғандар, һәм рөхсәтһеҙ йәшәгән урындарын ҡалдырғандарҙы, Ырымбур сик һыҙығына хәрби хеҙмәт үтер өсөн йыйылыу пункттарына бармағандарҙы йәки һуңлағандарҙы язаға тарттырғандар һәм зинданға бикләгәндәр, бәлки Мифтахетдин Камалетдинов та бындай яҙмышҡа дусар булғандыр[7]. 1850 йылдар уртаһында Стәрлебаш мәҙрәсәһенең шәкерте була, бында ул шағир һәм суфыйлыҡ тарафдары Шәмсетдин Зәкиҙән һабаҡ ала[8]. Ситтә йөрөп, Аҡмулла мөғәллим булып көн күрә, балта оҫтаһы булып эшләй, үҙендә сәсән һәләтен аса. 1859 йылғы һуңғы X ревизия мәғлүмәттәре буйынса, Мифтахетдин Камалетдинов әле атаһының ғаиләһе менән бергә Башҡортостанда йәшәгән һәм уның үҙ ғаиләһе булмаған[7]. Р. Шәкүр яҙғанынса, тыуған ауылына ҡайтҡас ул өйләнә, әммә ҡатыны йәшләй генә вафат булып ҡала. Бәлки шуғалыр Мифтахетдин ауылында төпләнеп ҡала алмай һәм атаһының яҡшы атын алып, тыуған ауылын ташлап китә[8]. Ошо көндән Аҡмулла мосафир тормошона күсә. Махсус йыһазланған арбаһына китап-ҡулъяҙма, яйланма ҡорамалдарын тейәп, башҡорт ауылдары буйлап ил гиҙә. Атын егеп, Ағиҙел, Яйыҡ, Уй, Мейәс йылға буйҙарын ҡыҙыра, Ҡаҙағстан далаларына ла барып етә. Яҙын-йәйен ауылдан-ауылға, йәйләүҙән-йәйләүгә күсеп, Аҡмулла мәғрифәтселек идеяларын тарата, зирәклекте, ғәҙеллекте, кешелеклелекте данлай, сәсәндәр һәм аҡындар әйтештәрендә ҡатнаша, шиғырҙарын халыҡҡа уҡый. Ул әҙәпһеҙлектән әсе көлә, властарҙың башбаштаҡлығын һәм законһыҙлығын фашлай. Һәләтле шағир-импровизатор булараҡ танылыу яулай. Бер үк ваҡытта һөнәрселек итә, балаларҙы уҡырға-яҙырға өйрәтә. Мифтахетдин Камалетдиновтың аҡыл эйәһе булараҡ формалашыуында уның Зәйнулла Рәсүлев менән дуҫлығы ҙур роль уйнай[3]. Ялған ялыу буйынса, батша армияһында хеҙмәт итеүҙән ҡасып йөрөүҙә ғәйепләнеп, 1867—1871 йылдарҙа Троицк ҡалаһы төрмәһендә ултыра. Тотҡонда сағында тәрән мәғәнәле әҫәрҙәренең береһе «Мәҡанем минең — зиндан»[3] («Урыным — зиндан»[9][10]) шиғырын яҙа. Р. Шәкүр фаразы буйынса, яҡынса 1872 йылда Аҡмулла тыуған ауылына һуғылып Ырымбурға бара, артабан Троицк өйәҙенә юллана[8]. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Мифтахетдин Камалетдинов Троицк өйәҙендәге (хәҙерге Башҡортостандың Учалы районындағы) Һөләймән ауылында 1892 йылда булғанда Саһира Юлдыбай ҡыҙына (?—1921) өйләнә, әммә һуңынан уның менән айырылыша[11]. Аҡмулла 1895 йылдың 8 октябрендә[1] Троицк өйәҙенең Һарыҫтан ауылы янында үлтерелә. Мейәс Заводы ҡасабаһының (хәҙерге Мейәс ҡалаһының) мосолмандар зыяратында ерләнгән. #14 декабрь-Башкорт теле көнө #Мин башҡорт телендә һөйләшәм Источник
Башҡорт теле — туған телем
методическая разработка по теме
Урок, посвященный международному дню родного языка
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Урок, посвященное международному дню родного языка | 99 КБ |
mkldr.doc | 364 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡорт теле – туған телем
Кластан тыш дәрес
Маҡсат: Әсә теленә ҡарата һөйөү, ихтирам, ғорурлыҡ тойғолары уятыу, балаларҙың телмәрен халҡыбыҙҙың мәҡәлдәре, йырҙары, бейеүҙәре тураһында белемдәрен байытыу.
Йыһазландырыу: күренекле кешеләрҙең тел тураһында әйткән һүҙҙәре (плакаттар), ребустар, туған телдә сыҡҡан китаптар күргәҙмәһе.
Үҙенең әсә теленә вайымһыҙ ҡараған кеше – ҡырағай кеше, зарарлы кеше. Сөнки шуның менән ул үҙ халҡының үткәненә, хәҙерге хәленә һәм киләсәгенә ғәмһеҙлеген, битарафлығын күрһәтә. (К.Паустовскийҙан)
Халыҡ теле – иң бай тел.(Л.Толстой)
Тел – халыҡтың иң ҙур хазинаһы. Бик тә ҡәҙерле нәмәне хазина тиҙәр. Ул берәмләп, бөртөкләп йыйыла. Мәҫәлән, алтын, көмөш – ер байлығы. Ә тел – халыҡ байлығы. Ул быуаттар буйына тупланған, халыҡты халыҡ итеп, милләт итеп туплаған.(Х.Назар)
Иле юҡтың көнө юҡ, теле юҡтың йүне юҡ.(Мәҡәл)
Дәрес уҡытыусының инеш һүҙе менән башлана.
1999 йылдың ноябрь айында ЮНЕСКО үткәргән конференцияла туған телдәр проблемаһы ҡарала һәм ул 2000 йылдың февраленән билдәләнә башлай. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ер шарындағы 6700 телдең яртыһына юғалыу ҡурҡынысы янай. Шуға ла һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, йыр-моңдарын, ауыҙ-тел ижадын, ғөмүмән, телен һаҡлап ҡалыу маҡсатында 21 февраль – Халыҡ-ара туған-тел көнө тип иғлан ителә.
Һәр халыҡтың тыуып үҫкән ере, иле булған кеүек, ғәзиз хазинаһы — әсә теле бар. Был хаҡта халыҡта “Иле юҡтың көнө юҡ, теле юҡтың йүне юҡ” тип әйтелә.
Бөгөнгө дәресебеҙҙе, уҡыусылар, туған телебеҙгә бағышлайбыҙ.
Туған тел… Кеше тәү мәртәбә ошо телдә “әсәй”, ”атай” һүҙҙәрен әйтә. Ошо тел ярҙамында үҙенең тирә-яғындағы төрлө төшөнсәләр, атамалар менән таныша, кешеләр менән аңлаша. Әхләҡ төшөнсәләрен әсә телендә аңына һеңдерә, күңеленә беркетә.
“Халыҡтың теле – уның тормошоноң иң матур, мәңге шиңмәй, мәңге һулымай торған сәскәһе ул. Телдә бөтә халыҡ сағыла. Тыуған илдең күге, һауаһы, уның баҫыуҙары һәм яландары, урмандары һәм тауҙары, йылғалары һәм күлдәре, ҡышҡы бурандары һәм йәйге ямғырҙары уның йырҙарында, моңло көйҙәрендә, сәсәндәр ижадында яңғырай.
Халыҡтың бай, саф телендә туған тәбиғәт кенә түгел, ә уның бөтә тарихы, рухи донъяһы сағыла.
Бына ни өсөн кәрәк ул туған телде өйрәнеү! Бына ни өсөн туған телде өйрәнеү кешенең илһөйәр булып тәрбиәләүендә төп урында тора!” — тип әйткән рус яҙыусыһы К.Ушинский.
Хәҙерге башҡорт теле – һәр яҡлап үҫкән телдәрҙең береһе. Туған телдә халыҡтың тормошо һәм уның Тыуған илгә булған ҡайнар мөхәббәте сағыла.
Уҡыусыларға һүҙ бирелә. М.Сәлимовтың Р.Шәкүр һүҙҙәренә яҙылған “Ерем, илем, телем” йыры башҡарыла.
Ерем, илем, телем
1. Башҡорт телендә һөйләшәм,
Минең йәшәү тамырҙарым
2. Туған телем, һин халҡымдың,
3. Киң Уралым, йырлап аға
Туған тел хаҡында фекер йөрөткәндә, беренсе сиратта шағирҙар ижадына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ысынлап та, шағирҙар – улар ысын поэтик һүҙ оҫталары, һүҙҙең ҡәҙерен белеүселәр, халыҡтың телен һәм рухын һаҡлаусылар.
Телдең халыҡ тарихы, уның мәҙәниәте, рухы һәм донъға ҡарашы, телдең халыҡты халыҡ итеүҙә, кешене шәхес итеп формалаштырыуҙа, уның белем һәм тәрбиә ҡоралы булыуы хаҡында арҙаҡлы әҙиптәребеҙ М.Аҡмулла, М.Кәрим, З.Биишева, Б.Бикбай, Р.Ғарипов, Х.Ғиләжев, Р.Бикбаев һәм башҡа ҡәләм оҫталары илһамланып ижад иткәндәр.
Уҡыусылар шиғырҙар һөйләй.
Беҙҙе бер саҡ ҡырағай күрҙеләр,
“Телһеҙ” башҡорт тип көлдөләр,
Ер-һыуыбыҙ, илебеҙ таланды,
Йөрәгебеҙ булды яралы.
Ирек һөйҙөк, ҡоштай талпынып,
Ләкин ауыр яза татыныҡ.
Телебеҙҙе батша ҡырҡтырҙы,
Тархан мырҙа ҡамсы һуҡтырҙы.
Телһеҙ булдыҡ. Ләкин хыялдар
Даръяларҙан тәрән, киң ине.
Бығауҙарҙы бер саҡ өҙөрбөҙ,
Ирек таңы тыуыр бер, тинек.
Рус туғаным менән бергәләп
Азат иттек изге еремде
Көслө, бай һәм сәсән яһаныҡ
Минең туған башҡорт телемде.
Үҙ телемдә һөйләшәм,
Минән ҡоштар көнләшә.
Үҙ телемдә һөйләшәм,
Мин ҡояшҡа тиңләшәм.
Үҙ телемдә һөйләшәм,
Бар булмышым нур ғына
Үҙ телемдә һөйләшәм,
Күңелкәйем йыр ғына…
“Әсәй!” тигәндә лә һин кәрәк,
“Атай!” тигәндә лә һин кәрәк.
Берҙән-берем, айым, ҡояшым,
Тип әйтһәм дә, телем, һин кәрәк.
Салауат та ғорур башҡортон
Туған теле менән данлаған.
Киң Уралын – данлы төйәген
Һаҡлар өсөн ерен данлаған.
Эй, туған тел, нәфис телем һин,
Наҙлы моңоң мине һуғарған.
Күңелдәрем һүнмәҫ – һүрелмәҫ
Әсә телкәйенән нур алған.
4-се уҡыусы. Р.Ғариповтың “Туған тел” шиғырын һөйләй.
Уҡытыусы: Башҡорт халҡы – тәбиғәт балаһы, ул йыр-моңға бай, бейеүҙәре генә ни тора. Хәҙер башҡорт милли бейеүен ҡарайыҡ.
Сафина Элина “Бөрйән ҡыҙы” бейеүен башҡара.
Уҡытыусы: Эй туған тел! Ниндәй ҡөҙрәтлеһең һин! Гүзәлһең, күркәмһең, йыйнаҡһың; һин байһың, ҡеүәтлеһең, мәргәнһең! Шуға ла халыҡ ил ағаһы булған сәсәндәрҙең ялҡынлы тапҡыр һүҙен яу ҡыйыр булат ҡылыс үткерлеге менән сағыштырған да инде.
Мәҡәлдәр өҫтөндә эш.
А.Игебаев һүҙҙәренә яҙылған “Башҡортостан – илгенәм” йырын башҡарыу
1. Сабый саҡтан күкрәгемә
Тамыр йәйгән гөлгенәм,
Һулыш биргән, тормош биргән
Башҡортостан – илгенәм,илгенәм, илгенәм,
Гөлдәр менән тиңгенәм
Тамыр йәйгән гөлгенәм,
2. Һулар һауам йәнгә дауам,
Сыуаҡ, матур көнгенәм,
Күңелдәргә йәйғор һуҙған
Йор һәм сәсән телгенәм.
3. Күп милләтле дәүләтем һин,
Тиңдәр менән тиңгенәм,
Ғүмер иткән, донъя көткән,
Йән ереккән ергенәм!
Уҡыусылар шиғырҙар һөйләй.
Үҙ әсә телем – минең өсөн матур, иң тәмле тел,
Үҙ телем – үҙ әйберем булғаны өсөн ярата күңел.
…Һәр ваҡыт шул тел менән яҙған матур китап уҡыйым,
Һәр ваҡыт шул тел менән тарих уҡыйым, хисап уҡыйым.
Уҡыусылар, был шиғыр юлдарының авторы Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Ғафури туған телгә булған һөйөүен генә белдереп ҡалмай, һеҙҙе әсә телендә сыҡҡан китаптарҙы уҡырға өндәй. (Балалар өсөн башҡорт телендә сыҡҡан китаптарға күҙәтеү яһала).
Һин башҡорт, тип, һин татар, тип,
Был халыҡтар ғүмер баҡый
Бергә тормош ҡорғандар.
Һин башҡортмо, һин татармы,
Унда түгел мәсьәлә.
Башҡорттан да, татарҙан да
Урыҫ тыуа – үәт бәлә,
Бына ҡайҙа мәсьәлә!
Күреүегеҙсә, шағир башҡортто ла, татарҙы ла үҙ телдәрен һаҡларға саҡыра.
Уҡыусылар, бөгөнгө һөйләшеүҙән беҙ ниндәй ҡарарға килергә тейешбеҙ?
(Уҡыусыларҙың фекерҙәрен тыңлау).
Данлы ерҙең, ғәзиз ерҙең
Улы булып тыуған көнөм,
Йыр булырлыҡ һүҙҙәр биргән
Матур телем, туған телем
Дәресте “Туған телем” (Э.Мөьмининова) тигән йыр менән тамамлау.
Источник
Йыр «Ерем-телем» .Песня «Мой родной башкирский язык».
специалист в области арт-терапии
ЕРЕМ, ИЛЕМ, ТЕЛЕМ
Башҡорт телендә һөйләшәм,
Башҡорт телендә.
Минең йәшәү тамырҙарым
Башҡорт ерендә.
Киң Уралым, йырлап аға
Һинең һыуҙарың.
Алыҫ-алыҫ яңғырайҙар
Һинең моңдарың.
Туған телем, һин халҡымдың,
Былбыл тауышы.
Быуаттарҙан быуаттарға
Ҡанат ҡағышы.
(Р.Шәкүр)
ЕРЕМ, ИЛЕМ, ТЕЛЕМ
Башҡорт телендә һөйләшәм,
Башҡорт телендә.
Минең йәшәү тамырҙарым
Башҡорт ерендә.
Киң Уралым, йырлап аға
Һинең һыуҙарың.
Алыҫ-алыҫ яңғырайҙар
Һинең моңдарың.
Туған телем, һин халҡымдың,
Былбыл тауышы.
Быуаттарҙан быуаттарға
Ҡанат ҡағышы.
(Р.Шәкүр)
ЕРЕМ, ИЛЕМ, ТЕЛЕМ
Башҡорт телендә һөйләшәм,
Башҡорт телендә.
Минең йәшәү тамырҙарым
Башҡорт ерендә.
Киң Уралым, йырлап аға
Һинең һыуҙарың.
Алыҫ-алыҫ яңғырайҙар
Һинең моңдарың.
Туған телем, һин халҡымдың,
Былбыл тауышы.
Быуаттарҙан быуаттарға
Ҡанат ҡағышы.
(Р.Шәкүр)
ЕРЕМ, ИЛЕМ, ТЕЛЕМ
Башҡорт телендә һөйләшәм,
Башҡорт телендә.
Минең йәшәү тамырҙарым
Башҡорт ерендә.
Киң Уралым, йырлап аға
Һинең һыуҙарың.
Алыҫ-алыҫ яңғырайҙар
Һинең моңдарың.
Туған телем, һин халҡымдың,
Былбыл тауышы.
Быуаттарҙан быуаттарға
Ҡанат ҡағышы.
(Р.Шәкүр)
В методическом материале представлены слова песни о родном башкирском языке, которую можно разучивать, начиная со средней группы.
1. Продолжать разучивать песню, знакомить учащихся с русской народной музыкой, определять тембр звучания разных инструментов, (балалайки, домры, баяна )
2.Продолжать развивать музыкально-творческие способности, эмоциональное восприятие, музыкальное внимание, музыкальный слух, певческий голос.
3.Воспитывать интерес и любовь к русской народной музыке, желание слушать её .
Оборудование: фортепьяно, аудиотехника,
телевизор, проигрыватель и пластинки, карточки с рисунками для индивидуальной работы, схематический рисунок с обозначением музыкальной динамики.
Номер материала: ДБ-810579
Не нашли то что искали?
Вам будут интересны эти курсы:
Оставьте свой комментарий
Подарочные сертификаты
Ответственность за разрешение любых спорных моментов, касающихся самих материалов и их содержания, берут на себя пользователи, разместившие материал на сайте. Однако администрация сайта готова оказать всяческую поддержку в решении любых вопросов, связанных с работой и содержанием сайта. Если Вы заметили, что на данном сайте незаконно используются материалы, сообщите об этом администрации сайта через форму обратной связи.
Все материалы, размещенные на сайте, созданы авторами сайта либо размещены пользователями сайта и представлены на сайте исключительно для ознакомления. Авторские права на материалы принадлежат их законным авторам. Частичное или полное копирование материалов сайта без письменного разрешения администрации сайта запрещено! Мнение администрации может не совпадать с точкой зрения авторов.
Источник
Мин башҡорт телен өйрәнәм
- Записи сообщества
- Поиск
Мин башҡорт телен өйрәнәм запись закреплена
Мин башҡорт телен өйрәнәм запись закреплена
Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы (21 февраль 1905 йыл — 5 декабрь 1954 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, 1935 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан совет яҙыусыларының 1‑се съезы (Өфө, 1934), 1‑се Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы (Мәскәү, 1934) делегаты. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1967, үлгәндән һуң). Сәйәси золом ҡорбаны.
Шәхес культы, тоталитар режим осоронда нахаҡҡа хөкөм ителеп, күп йылдар буйы михнәт һәм ғазап сигеп йәшәргә дусар ителеүгә ҡарамаҫтан, үтә ауыр шарттарҙа ул башҡорт әҙәбиәтендә иң яҡшы ҡаҙаныштарыбыҙҙың береһе тип баһаланырҙай аҫыл әҫәр — «Ырғыҙ» романын тамамлай һәм шуның менән ил алдында оло ихтирам яулай. Һәҙиә Дәүләтшина шәхесе һәм таланты башҡорт донъяһында М. Аҡмулла, Ш. Бабич, Мөхәммәтша Буранғолов һымаҡ фажиғәле яҙмышҡа дусар ителгән бөйөк әҙиптәр һәм бөйөк шәхестәр менән бер рәттә тора.
Һәҙиә Дәүләтшинаның киң билдәле әҫәрҙәре: «Ырғыҙ» (1942—1952 йй.), «Айбикә» (1930), «Башаҡтар тулҡыны» (1932), «Ялҡынлы йылдар», «Һырға һабағы» (1935), «Мораҙым» .
#14 декабрь-Башкорт теле көнө
#Мин башҡорт телендә һөйләшәм
Мин башҡорт телен өйрәнәм запись закреплена
Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева 1908 йылдың 2 ғинуарында Ырымбур губернаһының Ырымбур өйәҙе[1] Туйөмбәт ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ата-әсәһенән бик йәшләй етем ҡала.
Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлай. 1929—1931 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй.
Показать полностью. Уҡытыусылар квалификацияһын күтәреү курстарын тамамлағас (1931) — Башҡортостан китап нәшриәтенең һәм «Пионер» журналының мөхәррире. Был журналда уның беренсе хикәйәһе баҫылып сыға. «Партизан малай» исемле беренсе китабы 1942 йылда баҫыла.
1941 йылдан КПСС, 1949 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
1951 йылдан алып профессиональ яҙыусы.
1996 йылдың 24 авгусында Өфө ҡалаһында вафат була.
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре: Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы
БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт Грамотаһы.
өс «Почёт Билдәһе» ордены.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (1990).
#14 декабрь-Башкорт теле көнө
#Мин башҡорт телендә һөйләшәм
Мин башҡорт телен өйрәнәм запись закреплена
Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы Вәлиди — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте лидеры, Башҡортостан дәүләтселегенә нигеҙ һалыусы. 1890 йылдың 10 декабрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай район) Көҙән ауылында тыуған. Тәүҙә атаһы Әхмәтшаһ мулла ҡулында, 1902 йылдан Үтәк ауылында олатаһы (әсәһенең ағаһы) Хәбибназар Үтәкиҙең мәҙрәсәһендә белем ала.
Показать полностью. 1908 йылда Ҡаҙанға барып «Ҡасимиә» мәҙрәсәһенә инә. Бер үк ваҡытта, 1909 йылдан мәҙрәсәлә шәкерттәргә төрки тарихы һәм ғәрәп әҙәбиәте буйынса һабаҡ бирә. 1910 йылдан Ҡаҙан университетында тарих һәм тел буйынса лекцияларға йөрөй. 1912 йылда «Ҡасимиә»не тамамлау менән бер рәттән, «Төрк үә татар тарихы» тигән китабын баҫтырып сыға.
Әхмәтзәки Вәлиди 1890 йылдың 10 декабрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Илсек-Тимер улусының, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Көҙән ауылында тыуған.
Әхмәтзәки сығышы менән дин эшмәкәрҙәре Вәлидовтар — Суҡлыҡай ырыуы башҡорттары нәҫеленән була. Әхмәтзәки Вәлиди үҙе иҫкә алғандарҙан билдәле иң элекке ата-бабалары Иштуған булған[1]. Башҡортостан Республикаһының Үҙәк дәүләт тарихи архивында һаҡланған мәғлүммәттәр буйынса, беҙгә уның ҡарт-ҡарт-ҡартатаһының Тайып Иштуған (1750—1837) һәм ҡарт-ҡарт-өләсәһе Гөләндән Мортазина булыуы билдәле, улар икеһе лә типтәр ҡаталамынан сыҡҡандар тип яҙылған. Тайыптың өс улы булыуы билдәле — Әйүп, Хәлит һәм Вәлит (Әхмәтзәкинең ҡарт-ҡартатаһы). Вәлиттең өс ҡатыны һәм ун бер улы булыуы билдәле, улар араһында Әхмәтзәкинең ҡартатаһы — Әхмәтйән дә була.
#14 декабрь-Башкорт теле көнө
#Мин башҡорт телендә һөйләшәм
Мин башҡорт телен өйрәнәм запись закреплена
Аҡмулла (ысын исеме — Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы; 14 декабрь[1] 1831 йыл — 8 октябрь[1] 1895 йыл) — күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе. Башҡорт шиғриәтенә тос өлөш индергән, милләттең XIX быуаттағы иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы тип һанала.
Аҡмулла башҡорт теле үҫешендә ҙур роль уйнай, уның ижады ҡаҙаҡ һәм татар әҙәбиәттәре үҫешенә әһәмиәтле йоғонто яһай, уның исеме төркмәндәр, ҡарағалпаҡтар һәм башҡа төрки халыҡтарҙа киң билдәле була.
Показать полностью.
Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы 1831 йылдың 14 декабрендә[1] Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе 12-се Башҡорт кантоны Күл-Иле-Мең улусының (хәҙерге Башҡортостандың Миәкә районының) Туҡһанбай ауылында хәлле ғаиләлә тыуа. Архив мәғлүмәттәре буйынса, атаһы Камалетдин Ишҡужа улы (1805—1869) һәм әсәһе Бибиөмөгөл[4] Сәлимйән ҡыҙы (1809—?) Күл‑Иле‑Мең улусының аҫаба башҡорттары була. 1843 йылда Мифтахетдиндың ҡартатаһы — указлы имам Ишҡужа Ишбулды улы вафат булғас, уның вазифаһын өлкән улы Камалетдин башҡара башлай[5]. Ғилми әҙәбиттәге әсәһе Бибиөмөгөлдең бик иртә үлеүе (йә булмаһа икенсе иргә китеүе) һәм буласаҡ шағирҙың үҙ сиратында етем ҡалыуы тураһындағы раҫлауҙар дөрөҫ түгел, сөнки архив документтары буйынса Мифтахетдинға 19 йәш сағында әсәһе Бибиөмөгөл иҫән булған, әммә 1859 йылғы X ревизияла уның әсәһе күрһәтелмәгән[5].
Тыуған ауылында башланғыс белем ала, күрше Мәнәүезтамаҡ һәм Әнәс ауылдарына йөрөп мәҙрәсәләрендә уҡый[6].
1850 йылдың 1 февраленән 30 июнгә тиклем төрмәлә ултырған. Уның төрмәгә ябылыу сәбәбен әлегә аныҡ белеү мөмкин түгел. Тарихсы Ә. З. Әсфәндиәров фаразлауы буйынса, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда башҡорттар хәрби хеҙмәткә алынғандар, һәм рөхсәтһеҙ йәшәгән урындарын ҡалдырғандарҙы, Ырымбур сик һыҙығына хәрби хеҙмәт үтер өсөн йыйылыу пункттарына бармағандарҙы йәки һуңлағандарҙы язаға тарттырғандар һәм зинданға бикләгәндәр, бәлки Мифтахетдин Камалетдинов та бындай яҙмышҡа дусар булғандыр[7].
1850 йылдар уртаһында Стәрлебаш мәҙрәсәһенең шәкерте була, бында ул шағир һәм суфыйлыҡ тарафдары Шәмсетдин Зәкиҙән һабаҡ ала[8]. Ситтә йөрөп, Аҡмулла мөғәллим булып көн күрә, балта оҫтаһы булып эшләй, үҙендә сәсән һәләтен аса.
1859 йылғы һуңғы X ревизия мәғлүмәттәре буйынса, Мифтахетдин Камалетдинов әле атаһының ғаиләһе менән бергә Башҡортостанда йәшәгән һәм уның үҙ ғаиләһе булмаған[7]. Р. Шәкүр яҙғанынса, тыуған ауылына ҡайтҡас ул өйләнә, әммә ҡатыны йәшләй генә вафат булып ҡала. Бәлки шуғалыр Мифтахетдин ауылында төпләнеп ҡала алмай һәм атаһының яҡшы атын алып, тыуған ауылын ташлап китә[8]. Ошо көндән Аҡмулла мосафир тормошона күсә. Махсус йыһазланған арбаһына китап-ҡулъяҙма, яйланма ҡорамалдарын тейәп, башҡорт ауылдары буйлап ил гиҙә. Атын егеп, Ағиҙел, Яйыҡ, Уй, Мейәс йылға буйҙарын ҡыҙыра, Ҡаҙағстан далаларына ла барып етә. Яҙын-йәйен ауылдан-ауылға, йәйләүҙән-йәйләүгә күсеп, Аҡмулла мәғрифәтселек идеяларын тарата, зирәклекте, ғәҙеллекте, кешелеклелекте данлай, сәсәндәр һәм аҡындар әйтештәрендә ҡатнаша, шиғырҙарын халыҡҡа уҡый. Ул әҙәпһеҙлектән әсе көлә, властарҙың башбаштаҡлығын һәм законһыҙлығын фашлай. Һәләтле шағир-импровизатор булараҡ танылыу яулай. Бер үк ваҡытта һөнәрселек итә, балаларҙы уҡырға-яҙырға өйрәтә. Мифтахетдин Камалетдиновтың аҡыл эйәһе булараҡ формалашыуында уның Зәйнулла Рәсүлев менән дуҫлығы ҙур роль уйнай[3].
Ялған ялыу буйынса, батша армияһында хеҙмәт итеүҙән ҡасып йөрөүҙә ғәйепләнеп, 1867—1871 йылдарҙа Троицк ҡалаһы төрмәһендә ултыра. Тотҡонда сағында тәрән мәғәнәле әҫәрҙәренең береһе «Мәҡанем минең — зиндан»[3] («Урыным — зиндан»[9][10]) шиғырын яҙа. Р. Шәкүр фаразы буйынса, яҡынса 1872 йылда Аҡмулла тыуған ауылына һуғылып Ырымбурға бара, артабан Троицк өйәҙенә юллана[8].
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Мифтахетдин Камалетдинов Троицк өйәҙендәге (хәҙерге Башҡортостандың Учалы районындағы) Һөләймән ауылында 1892 йылда булғанда Саһира Юлдыбай ҡыҙына (?—1921) өйләнә, әммә һуңынан уның менән айырылыша[11].
Аҡмулла 1895 йылдың 8 октябрендә[1] Троицк өйәҙенең Һарыҫтан ауылы янында үлтерелә. Мейәс Заводы ҡасабаһының (хәҙерге Мейәс ҡалаһының) мосолмандар зыяратында ерләнгән.
#14 декабрь-Башкорт теле көнө
#Мин башҡорт телендә һөйләшәм
Источник